

Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйбеҙ! Йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп ал. Был көндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәр генә: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош, һине ҡанатландырған хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ. Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Барлыҡ туғандарың исеменән мырҙан Флюс, киленең Альбина , уларҙың балалары Рәмил, Алһыу һәм Әминә.