Йәмле булһын йәшәү ағышы

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Розалия Ғизетдин ҡыҙы ХӨСНӨТДИНОВАны күркәм юбилейы - 80 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Йәмле булһын йәшәү ағышыЙәмле булһын йәшәү ағышы
Йәмле булһын йәшәү ағышы

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған әнейебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң-тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин-донъяла иң затлы, һауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ.
Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, үҙ аяҡтарың менән йөрөп, балаларың, туғандарың менән бергә ғүмер кисереүең һине ифрат ҙур бәхетле итә. Әтей менән бергә тигеҙ, матур, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡтарҙа оҙон ғүмер итегеҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рауил, ҡыҙҙарың Рима, Рәсимә, улың Алмаз, кейәүҙәрең Айрат, Ришат, киленең Альбина һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас