Йән рәхәте бирһен һиңә Хоҙай

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған, алсаҡ, мөләйем йөҙлө, ихлас күңелле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө апайыбыҙ, хәстәрлекле инәйебеҙ - Люциә Рәжәп ҡыҙы ХӘЛИТОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 55 йәшлек юбилейын ҡаршылай!

Йән рәхәте бирһен һиңә ХоҙайЙән рәхәте бирһен һиңә Хоҙай
Йән рәхәте бирһен һиңә Хоҙай

Беҙҙең яҡыныбыҙ эшһөйәр һәм тырыш кеше, ул ғүмере буйы "Искра" ауыл хужалығында һауынсы булып эшләне, бөгөнгө көндә лә хеҙмәтен дауам итеп, тырышып донъя көтә.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен генә күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Тормошобоҙҙоң йәмен-ҡотон һаҡлап, йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәп, тағы оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар һиңә,
Донъя йәмен татып йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән Кинйәғоловтар ғаиләһе.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас