

Ринат абзый! Һин беҙҙең өсөн яҡты ҡояш, һин беҙҙең өсөн осар ҡанат, һин беҙҙең өсөн оло терәк, һин беҙҙең йәшәү көсө!
Беҙгә - ике һылыуыңа ихтирамлы абзый, ике йән-киҫәк балаларыңа - яғымлы атай, ғәзиз әсәйеңә - рәхмәтле ул, өлгөлө ғаилә башлығы ублып тораһың. Һинең менән беҙ ғорурланып йәшәйбеҙ. Барлыҡ туғандарың, дуҫтарың һине хөрмәт итә.
Оло ҡайғылар кисерергә тура килде беҙгә, әммә беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙгә терәк булып, иңгә-иң терәшеп йәшәйбеҙһ. Алдағы тормошоңда яҡты көндәр, шатлыҡлы мәлдәр генә көтөп торһон беҙҙе!
Ҡәҙерлебеҙ, һин бәхетле булһаң, беҙҙә бәхетле!
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә!
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояшҡа тиң буһын ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, балаларың, һылыу-кейәүҙәрең һәм уларҙың балалары.