Бар теләгең ашһын бойомға!

Беҙҙең ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ Рәсилә Өлфәт ҡыҙы ВӘХИТОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 45 йәшлек юбилейын билдәләй!

Бар теләгең ашһын бойомға!Бар теләгең ашһын бойомға!
Бар теләгең ашһын бойомға!

Апай! Һине ғүмер байрамың - матур юбилейың менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Килер көндәрең тыныс, күңел күгең аяҙ булһын. Рәлиф еҙнәбеҙ менән иҫәнлектә, һаулыкта, балаларығыҙҙың изгелеген-игелеген күреп, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Артабан да киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле, ярҙамсыл булып ҡал! Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, бергә-бергә ғүмер итергә яҙһын! Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!!!

Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға!

Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың Гөлдәр, Луиза, кейәүҙәрең Ғәлинур, Әғләм һәм уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас