Ниҙәр теләһәк тә аҙ

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле, һөйөклө әнейебеҙ Рәсилә Өлфәт ҡыҙы ВӘХИТОВАны ғүмер байрамы - матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! 

Ниҙәр теләһәк тә аҙНиҙәр теләһәк тә аҙ
Ниҙәр теләһәк тә аҙ

Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле, балаларым, яҡындарым, тип өҙөлөп торған яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта беҙҙе ҡыуандырып йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, нурлы йылмайыуың йөҙөңдән һис ҡасан китмәһен!

Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәлиф, ҡыҙҙарың Илүзә, Динара, улдарың Илназ, Илгиз, Данияр.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас