Йәшәү йәме юлдаш булһын

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған еңгәбеҙ Рәсилә Өлфәт ҡыҙы Вахитованы ғүмер байрамы - күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йәшәү йәме юлдаш булһынЙәшәү йәме юлдаш булһын
Йәшәү йәме юлдаш булһын

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, матур, йәш булып, Рәлиф абзыйыбыҙ менән оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!

Иң изге теләктәр менән бикәстәрең Рәсилә, Рәзилә, кейәүҙәрең Руслан, Раиль, ҡәйнешең Авзал, киленең Гөлнара һәм уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас