Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын...

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кешебеҙ - апайыбыҙ, инәйебеҙ Гөлнур Карамат ҡыҙы ХӘМИТОВА ошо көндәрҙә матур тормош байрамын - 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын...Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын...
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын...

Ҡәҙерлебеҙ! Ысын йөрәктән тыуған көнөң менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артта йәшнәп-гөрләп торған матур, намыҫлы, йәмле бик күп миҙгел тороп ҡалған. Ғүмер үтә тип бер ҙә моңайма һин! Йөҙөңдә йылмайыу, күңелеңдә ҡояш балҡып торған саҡта, алтмыш биш - ғүмереңдең йәйе генә әле! Бәхеткә, иғтибарға, ихтирамға сорналып, балаларыңдың уңыштарына ҡыуанып, ғаиләңә терәк, беҙгә кәрәк булып, йәшә лә, йәшә һин! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, мул, бәрәкәт тормош теләйбеҙ! Үҙен яратып баянда башҡарған йырҙа кеүек, ҡартаймаһын әле йөрәк!

Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән - һылыуың Зифа, кейәүең Барый, ҡыҙҙары Гөлгөнә, Лилиә, кейәүҙәре Урал, Азат.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас