Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!

Ҡәҙерле класс етәксебеҙ Гөлнур Карамат ҡыҙы ХӘМИТОВАны матур юбилейы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!
Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!

Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, йәшәү дәрте, ҙур уңыштар юлдаш булһын. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын! Оҙон ғүмер кисереп балаларының изгелеген, шатлыҡ - ҡыуаныстарын күреп, ҡәҙер - хөрмәткә төрөнөп һөйөнөп йәшәргә, хеҙмәтенән йәм табып эшләргә насип булһын.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, кук йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һеҙ.Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡалығыҙ! Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ!
Тыуған көн – ҡәҙер, хөрмәт көнө,
Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Сәләмәтлек, күңел тыныслығы,
Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!
Тыуыр көндәр һеҙгә илһам биреп,
Шатлыҡ, бәхет, уңыш килтерһен.
Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер биреп,
Йөҙ йәшкәсә һеҙҙе еткерһен!
Иң изге теләктәр менән 2006-сы йылғы А һәм Б сығарылыш кластары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас