Бөтә донъя аҡҡа төрөнгән ваҡытта донъяға килгәнгәме, әнкәйебеҙҙең күңеле аҡ, ул кешелекле, кеселекле, изгелекле, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө.
Әңкәй, һиңә һәр атҡан таң ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡты тормош алып килһен. Көндәрең нурлы, күңелең тыныс, сабырлығың ныҡ булһын. Гел бөгөнгөләй көләс йөҙлө, йор һүҙле, киң күңелле булып ҡал.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Ҡотлау менән һине өҙөлөп яратҡан балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.