

Әнәйебеҙ өсөн тәүге ҡыуаныс, баш бала булараҡ уң ҡанаты, ҙур ярҙамсыһы булһа, һылыуы, мырҙалары өсөн терәк таяныс. Һәр ауырлыҡтарҙы еңеп сығарлыҡ көс бар апайыбыҙҙа. Алтын ҡулына, татлы теленә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Әхирәттәрелә бик күп уның, хөрмәт итәләр. Тәүәккәл, көслө ихтыярлы булыуыңа һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, әхирәттәрең менән йәнәшә атларға яҙһын. Юбилейың менән ҡотлап алдағы тормошоңда оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел көрлөгө гел шулай ярҙамсыл булып ҡал. Беҙ һине яратабыҙ...
Апайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.
Иң изге теләктәр менән әнәйең, һылыуың, мырҙаларың, абзыйың.