Таңдар алып килһен бары шатлыҡтар!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө улым, ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ һәм яҡын туғаныбыҙ - Рәис Ришат улы ҒӘҘЕЛШИНды - 50 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Таңдар алып килһен бары шатлыҡтар!Таңдар алып килһен бары шатлыҡтар!
Таңдар алып килһен бары шатлыҡтар!

Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп йәшәргә яҙһын.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, Ғәҙелшиндар, Ғәлимовтар, Вәлитовтар, Арыҫлановтар ғаиләләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас