

Алла бирһә, сабыйҙы тигеҙлектә, бәхеттә-муллыҡта, матур итеп тәрбиәләп үҫтереүегеҙҙе теләйем, оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булһын бәләкәс, һеҙгә тик шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына бүләк итһен, үҙегеҙгә иш булһын! Ишле ғәиләгеҙгә тағы ла ҙур бәрәкәт алып килһен ҡыҙыбыҙ!
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Өйөгеҙгә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер ?!
Күҙкәйҙәре - ике сатҡы,
Үтер юлы булһын яҡты.
Тыуған өйгә, тыуған ергә
Хужа булып бәпес ҡайтты.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ исеменән әсәйегеҙ Земфира