Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Зәбир Рафиҡ улы Ҡотлобаевты ғүмеренең күркәм байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бәхет-шатлыҡ килһен ишелепБәхет-шатлыҡ килһен ишелеп
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Ҡәҙерлебеҙ, һинең бөгөн яҡты байрамың – күркәм юбилейың. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙҙең менән бергә, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге ҡотлауҙар менән тормош иптәшең, балаларың, кейәүең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас