

Бәләкәсебеҙ, һин беҙҙең ҙур ҡыуанысыбыҙ, һине биргәнгә Аллаһы Тәғәләбеҙгә мең шөкөр тибеҙ. Мәрхәмәтле, игелекле, тырыш, сабыр, түҙемле, бал кеүек татлы бул. Ә беҙ, һинең атай-әсәйең, апай, ағайҙарың һине һәр яҡлап хуплап, ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтырырға тырышырбыҙ.
Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде яратыусы яҡындарың, туғандарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул бәләкәсебеҙ!
Тыуған көнөң менән, ҡыҙым, һине,
Беҙгә һине биргән көн менән!!!
Яҡшы кәйеф беҙ теләйбеҙ һиңә,
Бәхетле бул, балам, һин гелән.
Нур һибеүсе Ҡояш кеүек сибәр,
Яғымлы һәм бигерәк матурһың.
Беҙгә бөтмәҫ шатлыҡ өләшеүсе,
Һин бит үҙең - бәхет булғанһың!
Фәрештәләр ҡанаттарын йәйеп
Һаҡлап торһон мәңге ҡайғынан.
Оҙон ғүмер Хоҙай бирһен, ҡыҙым,
Сәләмәт бул, сибәр Алһыуғынам!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Ләйсән, атайың Азат һәм апай, ағайҙарың.