Шатлыҡ нуры балҡып торһон

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән матур донъя ҡороп Күмертау ҡалаһында йәшәүсе, ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Руслан Фанияз улы БӘЛХИЕВты йәшлегенең күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ нуры балҡып торһонШатлыҡ нуры балҡып торһон
Шатлыҡ нуры балҡып торһон

Ҡәҙерлебеҙ изге йөрәкле, ышаныслы һәм тоғро тормош иптәше, үрнәкле һәм хәстәрлекле атай, туғандарына һәр саҡ ярҙамсыл булған, тырыш, яҡты күңелле кеше.
Яҡыныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, беҙгә терәк-таяныс булып, именлектә-һаулыҡта беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Ауырлыҡтар бер ҙә кисермә һин,
Ҡыйынлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Һинең йөҙөңдәге шатлыҡ нуры
Балҡып торһон, мәңге һүнмәһен!
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек-ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың һәм яҡындарың исеменән һылыуың Гөлфиә һәм кейәүең Ришат. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас