

Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр булһын. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле, тоғро ярҙамсы булып ҡал.
Сәләмәт бул, бәхетле бул, оҙон ғүмер һиңә. Барыһы ла һәйбәт булһын!
Беҙ һине ныҡ яратабыҙ! Көтәбеҙ!
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин - бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ - һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисектермәй ысынға ашһын,
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Иң изге теләктәр менән әнәйең, атайың, мырҙаң, киленең, һылыуҙарың, кейәүҙәрең һәм уларҙың балалары.