

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, изге йөрәкле, алсаҡ йөҙлө, яҡындарына һәр саҡ ярҙамсыл, яҡты күңелле кеше.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡта, йән тыныслығында, яҡындарыңа йылылыҡ өлгәшеп, изгелек-мәрхәмәткә ҡойоноп, әлегеләй һәр яңы көнгә шатланып, гел шулай әүҙем, сабыр, тырыш, ғаиләңдең терәк-таянысы булып, яҡындарыңдың изгелеген күреп, имен һәм бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Йән рәхәте бирһен, Хоҙай, һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Фәнүзә һәм Илһам.