

Ишморатовтарҙы ошо матур ғүмер байрамдары менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙ һеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң ҙурыһын һәм бәрәкәтле тормошта күтәренке кәйеф менән, сикһеҙ оҙон ғүмер көтөүегеҙҙе теләйбеҙ. Һеҙҙең янығыҙҙа һәр ваҡыт һеҙҙе хөрмәт итеүсе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, балаларығыҙ булһын. Шат-көләс йылмайыуығыҙ һеҙҙең йөҙҙәрҙән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарығыҙ яҡты, тыуар таңдарығыҙ һәр саҡ аяҙ, күңелегеҙ тыныс булһын. Оҙон ғүмер кисереп, беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың изгелеген, ейән-ейәнсәрәҙрегеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамығыҙҙа һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Киләсәк тормошоғоҙ йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, аяҙ булһын, шундай сабыр холҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡалығыҙ, һөйөклөләребеҙ.
Ҡотло булһын һеҙҙең байрамығыҙ,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һеҙ йәшәгән өйҙөң ишеген!
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын сеһгә һәр саҡта!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ исеменән һеңлеләрегеҙ Миләүшә һәм Зимфира.