

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарыңды именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә насип итһен. Йөрәгеңдән дәрт-фарман, беләгеңдән көс-ҡеүәт ҡайтмаһын. Яҡшы уй-хыялдар, киләсәккә ышанып, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә менергә яҙһын. Киләсәктә лә беҙҙең, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарын һәм ихтирамын тойоп хәйерле, тыныс йәшәүеңде теләйбеҙ.
55 йыл элек тауыш биреп
Фани донъяларға һин тыуғанһың,
Алтын көҙҙә тыуғанғамы әллә
Алтындан да алтын булғанһың.
Рәхмәт ҙур һине был донъяға
Бүләк иткән атай-әсәйеңә,
Йәшә әле, оҙаҡ йылдар йәшә
Һибеп беҙгә алтын нурҙары.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Римма, ҡыҙҙарың Юлиә, Лилиә, Рузалина, кейәүең Руслан, ейәнсәрзаҙәрең Айлин һәм Аслан.