+21 °С
Болотло


Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.
Әсәйҙәр күҙе — ин матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе — ин наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр ин дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар иң яҡшы серҙәш.
Иң нескә күңел, иң саф, ҙур йөрәк,
Иң ҡайнар һөйөү, иң изге теләк.
Иң йылы ҡуйын — Тик әсәйҙәрҙә.
Бәхет бар улар булған өйҙәрҙә.
Йәшәү йәмен һеҙ биргән бит беҙгә.
Әсәйҙәр, рәхмәт, мең рәхмәт һеҙгә!