Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Декабрь 2022, 07:16

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Лилиә Тәлғәт ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВАның ноябрь айында матур ғүмер байрамы - 65 йәшлек юбилейы булып үтте.

Бәхеттәрең булһын ғүмерлекБәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Беҙ, уның яҡындары, уны ошо күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, тигеҙ тормош, оҙон ғүмер, шатлыҡ, бәхеттәр генә теләйбеҙ! Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде беҙгә, әтей-әнейеңә, өләшеп, башҡаларға үрнәк булып, матур ғүмер юлы үтәһең. Киләсәктә лә тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балалрыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡлы, мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Ябай, сабыр, оло йәне бит һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Муллыҡ менән үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Ҡотлау сәләме менән әтейең, әнейең, тормош иптәшең, балаларың, туғандарың исеменән һеңлең Әлфиә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас