

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман тырышып донъя көтә, бесән эшләй, мал аҫырай, беҙгә, балаларына, ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, барыбыҙҙы ла йыйып, берләштереп йәшәй.
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон йәшәргә насип булһын, яҡындарыңдың игелеген тойоп йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәләрең.