Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Декабрь 2022, 07:12

Юлдарыңды гөлдәр биҙәһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Фәриҙә Хәйретдин ҡыҙы ӘХМӘТШИНАны - 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Юлдарыңды гөлдәр биҙәһенЮлдарыңды гөлдәр биҙәһен
Юлдарыңды гөлдәр биҙәһен

Күңел түребеҙҙә булған иң иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Сабыр йөрәкле, хәстәрлекле, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, тормош иптәше өсөн ныҡлы таяныс, аҡыллы кәңәшсебеҙ булған әнейебеҙ менән ғорурланабыҙ! Ҡәҙерле кешебеҙгә оҙон ғүмер, әтейебеҙ менән шатлыҡлы, ҡайғыһыҙ тормош, ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарыңдың ихтирамын, иғтибарын тойоп, йән, күңел тыныслығында, һәр көндән йәм табып, тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!
Барлыҡ яҡындарың, йөрәк йылың, изгелектәрең, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Ҡотло булһын, әней, тыуған көнөң,
Юлдарыңды гөлдәр биҙәһен.
Киләсәктең һәр бер таңы һиңә,
Бар балаңдан шатлыҡ килтерһен!
Һин булғанға, әней, беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ!
Байрамыңда иңдәреңдән ҡосоп,
Килә һине ҡотлап үтәһе,
Килә һиңә бәхет кенә теләп,
Матур һүҙҙәр генә әйтәһе.
Һин йәш әле, әней, сибәр әле,
Сәстәреңә бәҫтәр ҡунһа ла.
Иң ҡәҙерле кешебеҙ һин беҙҙең,
Нисә генә йәшең тулһа ла!
Ҡотлау сәләме менән тормош иптәшең , балаларың, ейән-ейәнсәрәҙәрең, барлыҡ туғандарың исеменән ҡыҙың Әлфиә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас