Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Декабрь 2022, 04:32

Бәхетеңә күҙ теймәһен

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡартөләсәйебеҙ Мәрзиә Әбдрәшит ҡыҙы БАЙГИЛЬДИНАны оло байрамы - 90 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бәхетеңә күҙ теймәһенБәхетеңә күҙ теймәһен
Бәхетеңә күҙ теймәһен

Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең тыуған көнөң - тимәк, беҙҙең өсөн икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң, беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң - беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай сәләмәтлек, йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман беҙгә терәк булып, кәрәк булып йәшәргә яҙһын.
Һиңә ошо матур байрамыңда барыһы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, үҙ аяҡтарың менән йөрөп, балаларың, туғандарың, яҡындарың менән бергә-бергә ғүмер кисереүең - һине бәхетле итә, Алалға шөкөр, ошо бәхеттәреңә күҙ теймәһен.
Тыуған көнө бөгөн әсәйемдең,
90 йыл ул йәшәй донъяла.
Матур үҙе, йыйырсыҡлы йөҙө,
Сәстәре сал, ап-аҡ булһа ла.
Алты балаһына бүлеп биргән,
Йөрәгенең бөтөн йылыһын.
Беҙҙең күҙ алдында ҡартайҙы шул,
Киң күңелле әсәй, яҡыным.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән ҡыҙың Юлиә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас