

Һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар һәм ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Кинйә Арыҫланов исемендәге халыҡ фольклор ансамбле коллективы.