Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
7 Декабря 2022, 07:06

Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!

Бөгөн Яҡуп ауылында йәшәүсе әнәйебеҙ, тормош иптәшем БАШИРОВА Әлфинур Мөхтәр ҡыҙҙының 55 йәшлек күркәм байрамы. 

Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!

Шул уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, атайыбыҙҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларын, килен-кейәүҙәрең һәм аларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас