

Беҙҙең яҡыныбыҙ һәр ваҡыт ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән булыуы, тырышлығы, һәр эште еренә-еткереп башҡарыуы менән айырылып тора, ата-әсәһе өсөн ныҡлы терәк, кәләше өсөн тоғро тормош иптәше, улы, мырҙалары өсөн өлгө булырлыҡ абзый ҙа ул.
Алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон, яҡындарың менән бергә бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ, ҡыуаныстарға төрөнөп кенә йәшә лә йәшә!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән атайың Илнур, әсәйең Зилә, тормош иптәшең Зөлфиә, улың Алан, абзыйың Илмир, еңгәң Гүзәл, мырҙаларың Ислам, Инсаф, Илйәр һәм Саид.