Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
9 Декабря 2022, 07:28

Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Хөрмәтле хеҙмәткәребеҙ Илсиә Илдар ҡыҙы ҠУНАФИЕВАны - 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Йәшәү дәрте булһын күңелдәЙәшәү дәрте булһын күңелдә
Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Тырыш, алсаҡ, егәрле апайҙарын уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, коллектив та бик ихтирам итә, ярата. Ул үҙ эшен еренә -еткереп,намыҫлы башҡара, мәктәбебеҙ ялт итеп тора.
Хеҙмәттәшебеҙҙе матур юбилейы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә яратҡан балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән бергә, бәхетле, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшә! Һәр ваҡыт шулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең тыныс булһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән Аҡһары мәктәбе һәм балалар баҡсаһы коллективтары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас