

Беҙ һиңә ҡоростай сәләмәтлек, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң ҙурын теләйбеҙ.
Әнейебеҙ һин иҫән-һау булып, ошо үҙебеҙҙең төп йортобоҙҙа, беҙҙе ҡаршы алып, йыйнап оҙон-оҙаҡ ғүмер ит. Һинең тәмле ризыҡтарыңды ашап, тәмле сәйҙәреңде эсеү, йылы һүҙҙәреңде тыңлау беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ ул. Ҡалған көндәрең дә, уйҙарың да яҡты, тыуар таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын.
Беҙҙең изгелегебеҙҙе күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡ ҡыуаныстарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәргә Аллаһы Тәғәлә насип итһен.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә,
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Һине хөрмәт итеп ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең.