Фәриҙә апайыбыҙ шул тиклем сабыр йәнле, алсаҡ йөҙлө, яғымле кеше. Ауылыбыҙҙың аҡ инәйе булып, яҡты кунеле менән һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙып тора ул. Юлай ағай менән татыу ғәиләләрендә 4 балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп, үҫтереп, матур итеп йәшәйҙәр. Мин ситтән килһәм дә, ул мине бер туған һеңлеһе кеүек ҡабул итеп, ярҙам итеп тора.
Яҡын кешемде матур юбилейы менән ҡотлап, Аллаһы тәғәлә уға ныҡлы һаулыҡ биреүен, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, киләсәктә лә яратҡан балаларының изгелеген күреп йәшәүен теләйем. Иманлы бәхеттәренә ҡыуанып, тормош иптәше менән бергә, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә, һәр ваҡыт шулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡалырға, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәй, иманлы ғүмер, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең тыныс булыуын насип итһен, иншәәАлла.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән һеңлең Венера Хасаева.