Һинең әле бәләкәй генә сағың - бөгөн ни бары 14 кенә йәш тулды. Бәләкәй булһаң да, беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, оло бәхетһең һин, ҡыҙыбыҙ.
Ғүмерең буйына тормошобоҙға йәм-тәм өҫтәп, гел шат, көләс булып йәшәргә яҙһын һиңә.
Ҡыҙым минең, ҡыҙым алтыным ,
Һиңә илтәм йөрәк йылыһын .
Йылмайыуың һинең яҡты йондоҙ кеүек ,
Һинең өсөн донья балҡыһын .
Теләктәрҙең изгеләре һиңә,
Бәхеттәрҙән торһон тормошоң ,
Яҙмышыңдың һәр бер миҙгелендә,
Доғаларым булһын юлдашың .
Ҡыҙым минең, ҡояшым, йондоҙом ,
Күҙ теймәһен нурлы йөҙөңә.
Бәхет - шатлыҡтарҙы Хоҙайҡайым,
Ҡойоп ҡына бирһен үҙеңә!
Ҡотлау менән һинең өсөн өҙөлөп тороусы әсәйең, атайың һәм ағайың Вилдан.