Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
11 Декабрь 2022, 07:17

Таңдарың аяҙ, күңелең тыныс булһын

Ҡәҙерле улым, һөйөклө мырҙабыҙ һәм ҡәйнешебеҙ - Әхмәт Ғиндулла улы ЙЫҺАНШИНДЫ матур ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Таңдарың аяҙ, күңелең тыныс булһынТаңдарың аяҙ, күңелең тыныс булһын
Таңдарың аяҙ, күңелең тыныс булһын

Ҡәҙерлебеҙ, һинең бөгөн яҡты байрамың – күркәм юбилейың. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, Филүзә киленебеҙ менән бергә, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә генә төрөнөп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әнейең Ғәтиә, апайың Зифа, еҙнәң Сахавил, абзыйың Зөфәр, еңгәң Рәхимә һәм дә уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас