Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Декабрь 2022, 06:36

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған Гөлдәр Вилдан ҡыҙы КОРНИЕВА тыуған көнөң билдәләй.

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһынЭштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Яҡыныбыҙ, алсаҡ йөҙлө, тырыш һәм ҡунаҡсыл кеше. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙың биҙәге булып, еҙнәбеҙ Анатолий менән матур ғаиләлә ике улдарын аяҡҡа баҫтырып, ейәнсәрҙәрен һөйөп, матур итеп гөл-баҡсалар үҫтереп, барыһына өлгө булып, дәртләнеп донъя көтәләр.
Беҙ һиңә ҡоростай сәләмәтлек, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң ҙурын теләйбеҙ.
Иҫән-һау булып, йыйнап оҙон-оҙаҡ ғүмер ит. Ҡалған көндәрең дә, уйҙарың да яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә,
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән Венера Хасаева. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас