

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡоростай сәләмәтлек, иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлың оҙон булһын, ҡайғы хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, кәрәк булып йәшәргә яҙһын. Балаларыңдың изгелеген күреп, әтейебеҙҙең терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донья рәхәтлектәрен кисереп бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә ҡәҙерлебеҙ!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән әтейең Закир, әсәйең Әминә, туғаның Зиннур, тормош иптәшең Хәйҙәр, улың Илдар, ҡыҙың Әлфиә, ейәнсәрең Рузина.