Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Декабря 2022, 06:05

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Мораҙым Флүр улы АҘНАБАЕВты ғүмеренең күркәм байрамы - тыуған көнө менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! 

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһынКүңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тынғы белмәгән, тырыш, изге йөрәкле кеше ул, хәстәрлекле атай, олатай, өлгөлө ғаилә башлығы. Ауылыбыҙҙа иң кәрәкле кешеләрҙең береһе ул, таң һарыһынан эшкә сығып китә, кис көнө генә ҡайтып керә, үҙ эшен намыҫлы башҡарып, тырышып йәшәй. Әсәйебеҙ менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын, йәмен һаҡлап, беҙ балалары ҡайтҡанда яҡты йөҙ, йылы аштар менән ҡаршылап, күстәнәстәр тейәп оҙатып ҡалалар.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән улың Рәфис, киленең Регина, ҡыҙың Эльмира, кейәүең Фәрҙәт һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас