Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
22 Декабрь 2022, 08:24

Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ

Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Камил Ғәзиз улы менән әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ләлә Әхмәт ҡыҙы БАТЫРШИНДАРҙың ошо көндә бергә ҡабыҙған ғаилә усағын һүндермәйенсә, бер-береһенә терәк булып, матур йәшәүҙәренә - 50 йыл тулды.

Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙРәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ
Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ

Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙгә бар яҡтан да йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙ ҙә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомағығыҙ шатлыҡ-hөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, биргән кәңәштәрегеҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып, пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп, башты эйәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән улығыҙ Азат, ҡыҙҙарығыҙ Әлиә, Юлиә, кейәүҙәрегеҙ Максим, Александр, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Алмаз, Денис, Инна, Элиза, Луиза.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас