Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
22 Декабрь 2022, 07:18

Сәскә теле

Сәскәләрҙең исеме  - гипсофилы.

Сәскә телеСәскә теле
Сәскә теле
Исемен тәү ҡат ишеткәс, гипс яратҡан кеше килтереп сығарҙымы икән был сәскәләрҙе тигән уй тыуғайны. Юҡ, дуҫ һәм яратыу һүҙҙәренән килеп сыҡҡан исем икән. 
Лилия Әбйәлилованы ошо сәскәләр менән ҡотланыҡ. Уның бөгөн тыуған көнө, үҙе әйтеп ысҡындырмаһа, уға нисә йәш икәнен теүәл генә белмәҫ тә инек - йәш, дәртле, сибәр, бөгөндән, тота та, кейәүгә бир. 
Әлеге сәскәне белмәй бирмәнек, улар мөхәббәт, ихласлыҡ, таҙа йөрәк тигәнде аңлата. Оҙаҡ, бер нимәгә бирешмәй, йәшәй торған гөлдәр. Шуға артығын әйтеп торманыҡ, беҙ әйтерҙе сәскәләр үҙҙәре әйтте. 
Ҡотлайбыҙ! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас