Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Декабря 2022, 04:46

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын һәм ғәзиз кешеләребеҙ атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйебеҙ - Рәдүк Шәүәли улы һәм Гөлгөнә Фәррәхетдин ҡыҙы ВАХИТОВТАРҙы бергә һокланғыс ғаилә булып, иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер итеүҙәренә бөгөн 41 йыл!Ҡәҙерлеләребеҙҙе ошо күркәм байрамдары менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙПар ҡанаттар булып йәшәгеҙ
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ

Ғәзиздәребеҙ һеҙ беҙгә бар яҡтан да йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Беҙ ҡайтҡан һайын яҡты йөҙөгөҙ, йылы аштарығыҙ менән ҡаршы алып, күстәнәстәр тейәп оҙатып ҡалаһығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙ ҙә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомағығыҙ шатлыҡ-hөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерегеҙ, Алла бирһә. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, биргән кәңәштәрегеҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып, пар ҡанаттар булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап йәшәгеҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Байрамығыҙ менән ҡотлап
Атай, әсәй, һеҙгә өндәшәбеҙ
Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып,
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ.
Беҙҙе кеше итеү өсөн
Китте бөтөн көсөгөҙ.
Шуңа ла беҙҙең өсөн
Алтынға тиң кеше һеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ Розалина, кейәүегеҙ Руслан, ейәнегеҙ Эмир, ейәнсәрегеҙ Эмма.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас