Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Декабря 2022, 03:56

Гөрләп торған елле саҡтарың

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Дилморат Рузи улы ТУРАЕВты ихлас күңелдән 50 йәшлек алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Гөрләп торған елле саҡтарыңГөрләп торған елле саҡтарың
Гөрләп торған елле саҡтарың

Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, килен менән балаларыңдың уңыштарына һөйөнөп, уларзың изгелектәрен күреп, кәрәк-терәк булып йәшәүеңде теләйбеҙ.
50 йәш ул ҡартлык түгел, ә ғүмерҙең матур сағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә.

Ҡотлау менән Магнитогорск ҡалаһынан абзыйың Әмир, еңгәң Лилиә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас