

Һиңә һәр атҡан таң ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡты тормош алып килһен. Көндәрең нурлы, күңелең тыныс, сабырлығың ныҡ булһын. Гел бөгөнгөләй көләс йөҙлө, йор һүҙле, киң күңелле булып ҡал. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәрҙең игелеген күреп. Балаларыңдың күңел йылыһын тойоп бәхет, шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта, атайыбыҙ менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен! Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ринат, ҡыҙың Ләйсән, улың Руслан, кейәүең Рәмил, киленең Зөлфиә, ейән-ейәнсәрҙәрең Самира, Рөстәм, Румил, Нурислам.