Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
30 Декабрь 2022, 04:43

Йәшәү шатлығы - һин

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын булған, ғәзиз кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әнейебеҙ, хәстәрлекле ҡәйнәбеҙ - Әлфиә Ғәли ҡыҙы ЙОСОПОВА күркәм ғүмер байрамын - 55 йәшлек юбилейын ҡаршылай! 

Йәшәү шатлығы - һинЙәшәү шатлығы - һин
Йәшәү шатлығы - һин

Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел, һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, үҫтергән балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, әтейебеҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илдус, улың Рәсим, киленең Регина һәм балаларың Альбина, Рөстәм, Айнур, Игорь, Айгүзәл, Дима, Айһылыу, Альбина, Никита.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас