Яҡуп ауылы
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡояштай оҙонон, мул тормошта беҙҙең менән бергә бәхетле ғүмер кисереүен, бөтә изге теләктәрҙең ғүмергә ашыуын теләйбеҙ. Беҙҙең һәм барлыҡ туғандарының оло хөрмәтен, яратыуын тойоп, рәхәтләнеп йәшәһен һәм үҙенең барлығы менән беҙҙе лә ғүмер буйы һөйөндөрһөн. Аллаһы Тәғәлә тәнеңә-сихәт, күңел тыныслығы, тормош именлеге бирһен үҙеңә. Донъяның барлыҡ рәхәтлектәрен тойоп, бәрәкәтле һәм матур тормошта йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, көслө рухлы, кешелекле һәм кеселекле булып ҡал.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшә,
Туғандарың менән йәнәшә.
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың исеменән ҡыҙың Дилара, кейәүең Әнүрбик, һәм ейәнсәрҙәрең.