Ике биш - ул бик бәхетле һан

Яманғол ауылында тыуып, хәҙерге көндә Күмертау ҡалаһында ғүмер итеүсе, ҡәҙерле кешебеҙ Зимфира Ғәлиән ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНАны гүзәл байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ике биш - ул бик бәхетле һанИке биш - ул бик бәхетле һан
Ике биш - ул бик бәхетле һан

Иң изге теләктәребеҙ, йылы һүҙҙәребеҙ, ҡайнар һөйөүебеҙ һиңә көс, дәрт бирһен. Һөйөп, тәрбиәләп, наҙлап үҫтергән өс балаңдың изгелектәрен күреп йәшәргә насип булһын. Һин улар өсөн әсәй ҙә, атай ҙа, кәңәшсе лә булып, һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп үҫтерҙең. Кешеләргә алсаҡ йөҙлө, киң күңелле, яҡшылығын менән туғандар, балалар, күршеләр араһында һин ҡәҙерле кеше. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһәң дә, эшеңде намыҫ менән башҡараһың. Тормош ауырлыҡтарын иртә татырға тура килде, барыһын да еңә, түҙә белдең.
Ауырыу-һыҙлауҙар һине урап үтһен, балаларыңдың изгелек-ҡыуаныстарына төрөнөп, ейәндареңдең шат-йылмайыуҙарына ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле йәшәргә яҙһын.
Ике биш - ул бик бәхетле һан. Тәжрибә туплағанһың тормошҡа, аҡыл ултырған, йыландан - аждаһаға әйләнгән ваҡытың, йәғни шул ваҡыт эсендә йәшәйһең. Һин бөтәбеҙгә лә кәрәкһең.
Беҙҙең әле алда ошо матур тормошта оҙон-оҙаҡ, дуҫ-татыу булып, донъяның гүзәллеген күреп, һин тыуған декабрь айының уҫал, сатлама һыуыҡтарын, ыжғыр бурандарын еңеп йәшәргә лә йәшәргә ине. Яңы йыл һиңә яңы бәхеттәр, яңы шатлыҡтар алып килһен. Һин һәр ваҡыт ҡышҡы бурандарҙы яраттың, урамға сығып аҙаша-аҙаша йөрөргә яратаһың. Тормошта шулай, йәмле йәйҙе ҡыш алмаштырһа, һары көҙҙө һандуғаслы яҙ ҡаршылай. Ҡайғыларҙы - шатлыҡ алмаштыра, шулай ғүмер йомғағы һүтелә, 55 йәш әле ғүмер көҙөң башлана ғына, һиңә тағы шул йәште йәшәргә яҙһын Хоҙай. Амин!
Һин тыуғанһың ҡышҡы көнөндә.
Күҙ асҡыһыҙ буранда.
Әллә шуға яратаһың,
Ҡоторған бурандарҙы.
Бурандарҙың араһынан
Ниҙер әҙләйһең кеүек.
Табылмаған бәхетеңде,
Табып алырһың кеүек.
Ҡуян йылы алып килһен
Иҫәнлек-һаулығыңды!
Ҡыш бабайың бүләк итһен
Күстәнәс - бәхетеңде!
55 йәш - бәхетле йәш,
Ғүмеркәйҙең уртаһы.
Йәшә әле тағы илле,
Ҡартайырға иртә әле.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Хәҙисә, улың Роберт, киленең Әлиә, ҡыҙың Регина, кейәүең Ринат, улың Тимур, ейәндәрең Самир менән Әҙил. Апайың Сажидә, еҙнәң Миҙхәт, Нәфисә һылыуың менән Раил кейәүең, мырҙаң Илшат, киленең Гөлнара һәм уларҙың балалары. Барлыҡ туғандарың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың, дуҫтарың.

Автор:
Читайте нас