Ғүмерҙәрең оҙондан булһын

Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ - Миниса Минибулат ҡыҙы АҠҺАРОВАны - 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ғүмерҙәрең оҙондан булһынҒүмерҙәрең оҙондан булһын
Ғүмерҙәрең оҙондан булһын

Ҡотлоюл ауылы

Ҡәҙерлебеҙ, бәхеттәрең ап-аҡтан, ғүмерҙәрең оҙондан булһын. Тормошоңдо гел сағыу төҫтәр биҙәһен. Атыр таңдарын аяҙ, төндәрең ай-йондоҙло булһын. Уңыштар һәр ваҡыт юлдаш булып йәнәшә барһын. Аллаһы Тәғәлә биргән шатлыҡтарға шөкөр ҡылып, бергәләп шатланып, оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын.
Ҡәҙерлебеҙ, беҙҙең өсөн үрнәк тә, терәк тә, өлгө лә һин. Һаулыҡ, именлек, муллыҡ, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Һине ихлас, кешелекле, изге йәнле, эш һөйәр, беҙҙең өсөн булмағанды бар итеп, ғаиләм тейеп йәшәүең өсөн яратабыҙ һәм барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәрен менән ҡыҙҙарың Ильмира, Гүзәл, кейәүҙәрең Наил, Рәмил, улдарың Илдус, Илһам, Илшат, килендәрең Айгөл, Светлана һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас