Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
31 Декабрь 2022, 19:00

Яңы йылда донъялар тыныс булһын!

Ҡәҙерле яҡташтар, хөрмәтле күмертауҙар!

Яңы йылда донъялар тыныс булһын!Яңы йылда донъялар тыныс булһын!
Яңы йылда донъялар тыныс булһын!

Ҡәҙерле яҡташтар, хөрмәтле күмертауҙар!
Иң сағыу, иң матур, тантаналы һәм күңелле Яңы йыл байрамы етте. Бар халыҡтың иң яратҡан Яңы йыл байрамы, быйыл айырыуса көтөп алынған байрамға әүрелде. Үткән йыл барыбыҙ өсөн дә еңелдән булманы, тормошобоҙҙоң мөһимлеген асыҡланы.
2022 йыл ябай булмауына ҡарамаҫтан, беҙ уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән йомғаҡлайбыҙ. Үтеп барған йыл мөһим, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән тулы булды. Беҙ барыбыҙ ҙа алдыбыҙға ҡуйған маҡсатҡа табан бергә барҙыҡ, бергәләшеп үҙебеҙҙең тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәте өсөн эшләнек.
Тыуған ҡалабыҙ именлеге өсөн хеҙмәт иткәндәрҙең, үҙенең көндәлек хеҙмәте менән дөйөм эштең уңышына өлөш индереүселәргә һәм әлбиттә, илебеҙ һағында булған егеттәребеҙгә, уларға төрлө ярҙам күрһәткән халҡыбыҙҙың барыһына ла рәхмәт әйткем килә.
Яңы 2023 йыл донъялар тыныс булһын, имен һәм перспективалы булһын, һеҙҙең янда һәр саҡ туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ булһын, йорттарығыҙҙа тыныслыҡ һәм аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрһөн, барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Яңы йыл менән, яңы бәхеттәр менән, ҡәҙерле күмертауҙар!
Хөрмәт менән О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас