Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған киленебеҙ, еңгәбеҙ һәм инәйебеҙ - Рәхимә Йыһанур ҡыҙы ЙЫҺАНШИНАны - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бәхет-шатлыҡ килһен ишелепБәхет-шатлыҡ килһен ишелеп
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Ялсыҡай ауылы

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡшы тормош ипәтше, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле әсәй, өләсәй. Хәстәрлекле, тыңғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да улыбыҙ, туғаныбыҙ, абзыйыбыҙ Зөфәр менән мул тормошта, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамында, балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнәң Ғәтиә, апайың Зифа, еҙнәң Сахавил, ҡәйнешең Әхмәт, килендәшең Филүзә һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас