

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерлебеҙ һиңә теләктәрҙең ихластарын, иң матурҙарын еткерәбеҙ. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, яҡындарыңа терәк таяныс булып, балаларыңдың уңыштарына шатланып, изгелектәрен күреп, бәхетле тормошта, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге ҡотлау теләктәре менән тормош иптәшең Зилә, улың Илдус, киленең Әлиә, ҡыҙҙарың Гүзәл, Айгөл, кейәүҙәрең Марсель, Айгиз, һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең.