

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ сабыр йөрәкле, тырыш, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл кеше. Атайыбыҙ менән бергәләп, матур пар булып, беҙҙе мөхәббәт бишегендә тибрәлтеп, иркләп, наҙлап үҫтереп, һәр беребеҙҙе уҡытып, ярҙам итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөнгө көндә лә тыуған нигеҙебеҙҙең нурын, йәмен һаҡлап, беҙҙең ҡайтыуыбыҙҙы һағынып көтөп торалар, әсәйебеҙҙең йыл аштарын ашап, уның наҙҙарына иркәләнеп, йәшәү өсөн көс-дәрт алып, уның фатихалары менән юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Ошо матур байрамыңда, изге теләктәргә ҡушып һиңә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә, атайыбыҙ менән бергә-бергә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөфәр, улдарың Урал, Фәнил, Азат, килендәрең Айгөл, Зинира, Гүзәл, ҡыҙың Гөлназ, кейәүең Радмир һәм 9 ейән-ейәнсәрең.