

Ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбез!!! Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр hинен күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торhон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдын изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! 80 йәш ул әле ҡартлыҡ түгел,
Аҡ бәхеттәр ҡунhа ла сәстәргә,
Хоҙай беҙгә ғүмер бүләк иткән,
Иман менән кәрәк йәшәргә.
Онот әле hағыштарҙы, йылмай әле күберәк.
Бирешмә төшөнкөлөккә,
Беҙҙән hиңә шул теләк.
Әле тағын бик күп йылдар, типhен әле hинең йөрәк,
hин беҙҙең берҙән-беребеҙ,
hин әле беҙгә бик кәрәк. Иң изге теләктәр менән улдарың Әнис, Рәфис, килендәрен Зөлфиә, Йәмилә, ейәндәрең, ейәнсәрҙәрең, килен һәм кейәүҙәрең, бүлә-бүләсәләрең.